Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Марта 2024, 08:13

Радий Хәбиров милли проект аша ауыл-ҡалаларҙың нисек үҙгәреүен күрһәтте

Төбәк етәксеһе социаль селтәр сәхифәһендә яҙып үтеүенсә, Рәсәй Президенты тәҡдиме менән тормошҡа ашырылған "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Ҡулайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһы аша беҙҙең ауыл һәм ҡалалар күҙгә күренеп үҙгәрә.

Радий Хәбиров милли проект аша ауыл-ҡалаларҙың нисек үҙгәреүен күрһәттеРадий Хәбиров милли проект аша ауыл-ҡалаларҙың нисек үҙгәреүен күрһәтте
Радий Хәбиров милли проект аша ауыл-ҡалаларҙың нисек үҙгәреүен күрһәтте

"... 2019 йылдан алып федераль кимәлдән ярҙам аша Башҡортостанда 683 объектты – парктарҙы, скверҙарҙы, яр буйҙарын һәм башҡа йәмәғәт урындарын төҙөкләндерҙек. Тағы ла 123 - быйылғы планда. Унда төҙөлөш миҙгеле башланыу менән эштәр башланасаҡ.

Иң мөһиме, был программа буйынса төҙөкләндереү өсөн биләмәләрҙе халыҡ үҙе һайлай. Йыл һайын Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ–коммуналь хужалыҡ министрлығы тауыш биреү үткәрә, уның йомғаҡтары буйынса еңеүселәр исемлеге билдәләнә. Тап шуларға федераль бюджеттан аҡса бүленә.

Бындай тауыш биреү быйыл да үтәсәк. Республика ҡала һәм райондарындағы 216 объекттан дөйөм тырышлыҡ менән 120-һен һайлаясаҡбыҙ. Унда ҡатнашыу өсөн 15 марттан 17-һенә тиклем бөтә республикала асыласаҡ тауыш биреү пункттарына килергә һәм йәмәғәт төҙөкләндереләсәк урынды һайларға кәрәк. Был пункттар исемлеге сайтта - https://vk.cc/cveo1C, https://t.me/FKGS2024_bot һәм https://vk.com/im?sel=-224717408 чат-боттарҙа бар. Уларҙың һәр береһендә ирекмәндәр эшләйәсәк, улар тауыш бирергә ярҙам итәсәк."

 

 

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас