Полицияға Өфөнөң Кремль урамында йәшәгән 54 йәшлек ир ғариза яҙып, төндә уның йорто янында торған "ВАЗ-2107" автомобилен урлауҙары тураһында хәбәр итә. РФ ЭЭМ Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының юл-патруль полкы хеҙмәткәрҙәре тарафынан оператив-эҙләү саралары комплексы үткәрелә.
Машина Вологодская урамында табылған. Транспортты урлауҙа Тимашев ҡасабаһынан 35 йәшлек ир һәм уның дуҫтары ғәйепләнә. Әлеге ваҡытта улар һаҡ аҫтына алынған. Тикшереү бара.