Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Марта 2024, 08:35

Эш табырға теләһәң...

  Өфөлә «Торатау» конгресс-холында  12 апрелдә Бөтә Рәсәй «Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты» эшкә урынлаштырыу йәрминкәһене үтәсәк.  

Эш табырға теләһәң...Эш табырға теләһәң...
Эш табырға теләһәң...

 

Сараны йыл һайын үткәрелә торған "ПрофФест" һөнәрҙәр фестивале менән берләштерәләр. Йәрминкә барышында алдынғы предприятиелар ("Башнефть", "Газпром нефтихим Салават", "Глобал фуд", "Ашан", "Микроген", "СНЭМА-сервис" һәм башҡалар) энергия индустрияһы, нефть-газ тармағы, транспорт, сауҙа һәм хеҙмәттәр өлкәһендә меңдән ашыу вакансия тәҡдим итәсәк.

Эш эҙләүселәр  үҙҙәренең һөнәрҙәрен камиллаштырыу, бөгөнгө көндә талап ителгән һөнәр буйынса яңынан уҡыу мөмкинлеге, эшкә урынлашыуҙа дәүләт ярҙамы тураһында белә ала. Сара майҙансығында эш биреүселәр экспозицияһы, һөнәри йүнәлеш биреү турҙары, вакансиялар йәрминкәһе һәм мәшғүллек, уҡыу йәки үҙ бизнесыңды асыу мәсьәләләре буйынса консультациялар үткәреү планлаштырылған.

Бынан тыш, программаға ғаилә эшмәкәрлеге, "Башҡорт вахтаһы" проектының презентацияһы һәм элекке тотҡондар өсөн эшкә урынлашыу буйынса айырым консультация зонаһы инә. 

Республиканың башҡа ҡалаларында һәм райондарында был көндө традицион вакансиялар йәрминкәләре үтәсәк.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас