Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Март 2024, 16:30

Броккколи ашы

Диетала ултырһағыҙ, рационығыҙға ошо ризыҡты индерегеҙ.

Броккколи ашыБроккколи ашы
Броккколи ашы

 

0,5 кг брокколи, 0,5 сәскәле кәбеҫтә, 4 картуф, кориандр,  ҡара борос, гәрсис орлоғо, сыр, һөт өҫтө (сливки) кәрәк.

Картуф, брокколи, сәскәле кәбеҫтәне тоҙло һыуҙа бешереп алырға.

Тәмләткестәр менән барыһын да блендрға һалып иҙергә.

Кәстрүлгә бушатып, өҫтөнә һөт өҫтө, май, аҙ ғына һыу  һалып ҡайнатырға.

Әҙер ашты тәрилкәләргә һалғас, өҫтөнә сыр ҡырырға.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас