“Башинформ” агентлығында бер нисә көндән башланасаҡ РФ Президентын һайлау буйынса матбуғат конференцияһы үтте.
Белеүегеҙсә, һайлау өс көн дауам итәсәк.
БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов белдереүенсә, Башҡортостандың һайлау системаһы Президент һайлауҙы үткәреүгә әҙер.
15 мартта – тауыш биреүҙең тәүге көнө. Әле участка һайлау комиссиялары бюллетендәр ала, бөтә УИК МВД, МЧС хеҙмәткәрҙәре тарафынан һаҡлыҡ һәм террорға ҡаршы хәүҙефһеҙлеккә тикшерелгән. Әйткәндәй, барлығы 3308 һайлау участкаһы эшләйәсәк.
БР ЦИК секретары Марина Долматова бюллетендәрҙең үҙенсәлеге тураһында һөйләне. Ғәҙәттәгесә, беҙҙә тауыш биреү ҡағыҙҙары өс телдә – башҡорт (бөтә бюллетендең 12 проценты), рус һәм татар (5,5 проценты) телдәрендә баҫылған.
Рәсәй Президентын һайлауҙа пропискаһыҙҙар ҙа ҡатнаша ала. Уларға Өфөнөң Киров районында (Октябрь революцияһы урамы, 75) 119-сы махсус һайлау участкаһы эшләй. Бынан тыш, Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Белоретта һәм Бәләбәйҙә насар күргән һәм һуҡыр һайлаусылар өсөн махсуслаштырылған һайлау участкаһы билдәләнгән.
Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта һайлаусыларҙың именлеген һәм һайлау участкаларының өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеү өсөн муниципалитет хакимиәттәре 2712 резерв бина (тауыш биреү өсөн урын) әҙерләгән.
БР ЦИК рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов журналистарҙың һорауҙарына яуап биргәндә әйтеүенсә, һайлау юғары кимәлдә үтәсәк. МХО шарттарында яугирҙарға ла тауыш биреү мөмкинлеге бар, уларҙың күбеһе илебеҙҙең яңы төбәктәрендә ойошторолған УИК-тарҙа, хәрби частарҙа һайлаясаҡ. Үҙебеҙгә ҡыҫҡа ялға ҡайтыусылар теләгән участкаларында тауыш бирәсәк.
Фото: "Башинформ".