Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Март 2024, 16:00

***

Мин үҙгәрҙем, хәҙер башҡа кеше,Үткәндәрем ҡалды үткәндә.Алға барам ипләп кенә атлап,Ғүмер йомғаҡтарын һүткәндә.Ҡыҙыҡтырмай артыҡ бер нимә лә ,Булғанына шөкөр итәм мин.Янмайынса ,көймәйенсә генә,Яйлап ҡына ғүмер итәмен.Хоҙай сәләмәтлек көстәр бирһен ,Армай-талмай әле эшләргә.Сәләмәтлек -иң ҙур бәхет байлыҡТормош йәмен белеп йәшәргә.Был донъяла йәшәй - йәшәй генә,Йәшәү мәғәнәһен аңлайһың.Үтмәҫ кеүек булған ғүмерҙең дә,Үткәнлеген һуңыраҡ аңлайһың.Ренат Шарафи

******
***

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас