Янғын тураһында һуң хәбәр ителгәнлектән, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм ирекмәндәр килеп еткән мәлдә бәләкәй генә йорт тотошлай ут эсендә була. Утта 1975 йылғы ҡатындың ғүмере өҙөлә... Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, фажиғә сәбәптәрен асыҡлай. Ҡатындың өйҙә эсеүе, тартыуы ихтимал, тиелә.
Күмертауҙың Ленин урамындағы өс бүлмәле фатирҙа ла янғын була. Утты һүндереү менән бер рәттән, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын һүндереүселәре төтөн баҫҡан фатирҙан ирҙе ҡотҡара һәм тағы ла 12 кешене йорттан эвакуациялай. Янғынды тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе үткәрә. Дивандың һүндерелмәгән тәмәке арҡаһында яныуы билдәле.
Тап ошо мәлдә Салауатта янғын һүндереүселәр Индустриаль урамындағы металл эшкәртеү производство цехында янғын һүндерә. Унда ике ҡатлы бинаның ҡыйығы яна. Янғынды 200 квадрат метр майҙанда локалләштерәләр, уттың бинаның күрше секцияларына таралыуына юл ҡуйылмай. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының, «Газпром нефтехим Салауат» янғын һүндереүселәре һәм «Салауатбыяла» ирекмәндәре эшләй. Зыян күреүселәр, шөкөр, юҡ.
Фото: МЧС РБ.