«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү» милли проекты буйынса Төбәк лизинг компанияһы (РЛК) яңы лизинг продукты булдыра. «Иджара» - махсус лизинг формаһы, ул шәриғәт принциптарына ярашлы эшләнгән.
Ғәҙәти лизингтан айырмалы рәүештә «Иджара» буйынса штрафтар ҙа, пеня ла булмай. Мосолман йүнселдәр өсөн ышаныслы финанслау сараһы. Әйткәндәй, мосолмандар ғына түгел, башҡалар ҙа ошо лизингыны файҙалана ала. Тик эшмәкәрлеге лә шәриғәт талаптарынан тайпылырға тейеш түгел.
«Иджара» буйынса 36 айға тиклем 500 мең һумдан 50 миллион һумғаса лизинг (махсус техника, транспорт, автобус) биреү ҡаралған.
Ентекле мәғлүмәт Төбәк лизинг компанияһы сайтында.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.