Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Март 2024, 06:05

"Гөлнәфис киленгә һыу юлын күрһәттек"

Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йола, йәш киленгә һыу юлы күрһәтеү, һыу юлы башлау әлегәсә тиклем һаҡланып килә. Ул - һәр бер туйҙың биҙәге. Бөгөн Яуымбай ауылында Әлфиә һәм Фирғәт Хәйбуллиндарҙың ғаиләһе килен төшөрҙө. Яңы ғына законлы никахҡа ингән матур пар - Гөлнәфис һәм Рәзиф Хәйбуллиндарҙы ауылыбыҙҙың "Мөхәмәтхужа" ҡотоғо янында ҡаршы алып, өгөт-нәсихәттәр әйтеп, һыу алыу йолаһын башҡарҙыҡ.

"Гөлнәфис киленгә һыу юлын күрһәттек""Гөлнәфис киленгә һыу юлын күрһәттек"
"Гөлнәфис киленгә һыу юлын күрһәттек"

Ҡотоҡ һыуын алыу өсөн йәштәр көмөш тәңкә һалды. Килендең биҙрәләрен тултырғас, йәштәргә изге теләктәр теләнде. Тәрбиә һәм тәрән мәғәнә һалынған, яҡшылыҡҡа, ныҡлыҡҡа өйрәткән йола хәйерле-бәрәкәтле тормошҡа фатиха бирҙе. Йәштәргә һөйөүенең ҡәҙерен белеп, бер-береһен ихтирам итеп, яратып йәшәргә яҙһын!" - тиелә Бөрйән районының Яуымбай ауылы мәҙәниәт йорто төркөмөндә.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас