Күгәрсен районының Теләүембәт ауылында Ишбулат Хайсаров иҫтәлегенә ойошторолған хоккей уйыны бик мауыҡтырғыс булды.
Был турала “Бәйләнештә” селтәрендә Күгәрсен районы хакимиәтенең йәштәр эштәре һәм спорт буйынса комитеты төркөмөндә яҙалар.
Ишбулат Мөхәмәт улы Хайсаров 2011 йылда хоккей майҙаны төҙөтә, команда туплай, оҫта тренер була. Ауылдаштары уны староста итеп тә һайлай. Тик ғүмере ваҡытһыҙ өҙөлә...
Ишбулат ағайҙы онотмайҙар – уның иҫтәлегенә хоккей турниры ойошторолоп тора.
Был юлы уйында өс команда ҡатнашты. Сәм, тырышлыҡ, еңеүгә ынтылыш, берҙәмлек – хоккей һөйөүселәрҙе шул берләштерә.
Һөҙөмтәләр шундай:
Беренсе урында – Әбйәлил йыйылма командаһы
Икенсе урында – Күгәрсен районы командаһы
Өсөнсө урында – Бөрйән районы командаһы.