Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Марта 2024, 04:14

Һай, күперҙәре!

Башҡортостанда ике йылда дөйөм оҙонлоғо 1282 метрҙан ашыу күпер ремонтланған. Йылына 7 - 8 ҙур күпер яңыртыла.

Һай, күперҙәре!Һай, күперҙәре!
Һай, күперҙәре!
Республикала «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты буйынса 2022 йылда - һигеҙ, 2023 йылда ете күпер ремонтланған. Яңыртылған күперҙәрҙе Үҙән, Ағиҙел, Еҫем, Ҡамайылға, Суходол, Иртөбәк, Йөйәк, Һаҡмар, Инйәр кеүек йылғалар аша сыҡҡанда күрерһегеҙ, моғайын.
Байтаҡ күпер туристик ҡоролмаларға барған юлда. Мәҫәлән, Ғафури районында Ағиҙел аша ҙур күпер яңыртылған. Уның погон оҙонлоғо 406 метр.
Былтыр Өфөлә Шаҡша күперендә эш башланды. Быйыл кәм тигәндә һигеҙ күпер ремонтланасаҡ.
Фото: Минтранс РБ.
 
Һай, күперҙәре!
Һай, күперҙәре!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас