Рәсимә Сәғит ҡыҙы Учалы районының Туңғатар ауылында тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 1959 йылда Башҡортостан телевидениеһында тәүге хеҙмәт юлын башлай. 30 йыл ғүмерен яратҡан эшенә арнай.
Меңләгән тамашасы уны "Панорама", "Яңы йыл уттары", "Биш йыллыҡ аҙымдары", "Сәнғәт оҫталары", "Йыл миҙгелдәре", "Беҙҙең замандаш" тапшырыуҙарын, байрам демонстрацияларынан репортаждар алып барыусы булараҡ белә.
Рәсимә Сәғит ҡыҙы һуңғы йылдарҙа Башҡортостан радиоһында диктор булып эшләне.