Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Март 2024, 15:04

Уҙған тәүлектә республика халҡы мутлашыусыларға 4 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән

Республиканың эске эштәр органдарының дежур частарына дөйөм енәйәтсел мутлашыуҙар менән бәйле 10 хәбәр килә.

Уҙған тәүлектә республика халҡы мутлашыусыларға 4 миллион һумдан ашыу аҡса күсергәнУҙған тәүлектә республика халҡы мутлашыусыларға 4 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән
Уҙған тәүлектә республика халҡы мутлашыусыларға 4 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән

Өфөнән 60 йәшлек ир инвестициялау юлы менән аҡса эшләү тураһындағы иғланға ҡыҙығып, заявка ҡалдыра һәм бер нисә минуттан уға инвесторҙан шылтыратыу килә. Әңгәмәсе был эштең өҫтөнлөктәре тураһында һөйләй, ярҙам итергә вәғәҙә бирә. Шарттарға ризалашып, ир дөйөм суммаһы 3 миллион һумдан ашыу булған бер нисә кредитты рәсмиләштерә, уларҙы ике аҙна дауамында "табышлы проектҡа" индерә. Зыяндан башҡа бер тинлек тә файҙа күрмәй, әлбиттә...

Көйөргәҙе районында йәшәүсе 47 йәшлек ир ҙә ошондай мутлыҡ тоҙағына эләккән. Ир инвестициялауға ышанып, дөйөм суммаһы 2 миллион һумға яҡын булған бер нисә кредит рәсмиләштерә һәм уларҙы "инвестиция янсығына" күсерә. Әммә артабан бер ниндәй ҙә дивидендтар ала алмай.

Баш ҡаланан 50 йәшлек ҡатын да популяр мутлашыу схемаһына эләгә. Уның кеҫә телефонына элемтә операторынан шылтыратыу килә. Әңгәмәсе ҡатындың абонент номерының ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланыуы, шулай уҡ уның банк иҫәбендә шикле операциялар башҡарылыуы тураһында иҫкәртә. "Мутлашыусыларҙың юлын ҡыйыр өсөн" шылтыратыусы ҡатынды 1 миллион һумдан ашыу суммаға кредит алырға һәм алынған аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" ебәрергә күндерә. Зыян күреүсе аферист күрһәтмәләренә буйһона һәм күп миллионлы кредит менән тороп ҡала.

Өфөнән 62 йәшлек ир ҙә үҙенең банк иҫәбен мутлашыусыларҙан һаҡларға маташҡан. Иргә ялған "банк һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре" шылтыратып, муттар уның исеменә кредит ала алмаһын өсөн, үҙенә кредит алып, "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә кәңәш итә. Уларға ышанып, ир аферистарҙың янсығына 2 миллион һум самаһы аҡса ебәрә.

Был турала Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Уяу булығыҙ! 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас