Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Марта 2024, 08:00

Салауатҡа - Салауат!

Башҡортостанда Салауат Юлаев ордены кавалерҙарының һаны тағы берәүгә артты.

Салауатҡа - Салауат!Салауатҡа - Салауат!
Салауатҡа - Салауат!

Башҡортостан Башлығы бөгөн, 11 мартта, республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Салауат Хөсәйеновты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был турала Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.

- Салауат Сәхи улын күптән беләбеҙ, ул бик күп һәм емешле эшләй. Әле ир-егеттәребеҙгә ярҙам итеү өсөн ваҡытын һәм көсөн йәлләмәй. Бер нисә тапҡыр гуманитар ылау менән махсус хәрби операция зонаһына барып ҡайтты, - тине республика етәксеһе.

Фото: vk.com

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас