Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Март 2024, 14:54

Курьерҙар - 14 йәшлек ике уҡыусы

Күгәрсен районы оперативниктары мутлашыу схемаһына ҡағылышы булған ике үҫмерҙе тотҡан.

Курьерҙар - 14 йәшлек ике уҡыусыКурьерҙар - 14 йәшлек ике уҡыусы
Курьерҙар - 14 йәшлек ике уҡыусы

81 йәшлек пенсионерға ялған "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре" шылтыратып, ҡыҙының юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеүе һәм ауыр хәлдә булыуы тураһында хәбәр итә. Һуңынан ялған "медиктар" шылтыратып, быны раҫлай. Аферистар, ҡиммәтле операция үткәреү һылтауы менән әбейҙе өгөтләп, 170 мең һум аҡсаны курьерҙарға бирергә күндерә. Әммә һуңыраҡ пенсионер мутлашыусыларҙың тоҙағына эләккәнен аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре курьерҙарҙың кемлеген тиҙ арала асыҡлай. 14 йәшлек ике уҡыусының береһе интернетта эш тапҡанын һәм был турала синыфташына һөйләүен таныған. Әлеге ваҡытта мутлашыу факты буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.

Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Курьерҙар - 14 йәшлек ике уҡыусы
Курьерҙар - 14 йәшлек ике уҡыусы
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас