Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Марта 2024, 05:50

Башҡортостанда яңы дәүләт ансамбле барлыҡҡа килә

Был турала махсус указ бар.

Башҡортостанда яңы дәүләт ансамбле барлыҡҡа киләБашҡортостанда яңы дәүләт ансамбле барлыҡҡа килә
Башҡортостанда яңы дәүләт ансамбле барлыҡҡа килә

Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле булдырыу тураһындағы указға БР Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Республика етәксеһе оператив кәңәшмәлә әйтеүенсә, потенциал бар, мәктәптәр ҙә, көслө ҡурайсылар ҙа етерлек.

- Бөгөн БР Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең тыуған көнө тиергә була, - тине Р. Хәбиров.

Хәҙер эш - коллектив тупларға.

Фото: Юлай Кәримов (архив).

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас