Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Март 2024, 16:49

Ата-әсәләр, балаларығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!

Бөгөн көндөҙ Күмертауҙа 6 йәшлек ҡыҙ юғала. Үҙ аллы эҙләү һөҙөмтә бирмәгәс, ата-әсә ярҙам һорай. Эҙләүҙәрҙә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса хеҙмәткәрҙәре, полиция һәм битараф булмаған халыҡ ҡатнаша.

Ата-әсәләр, балаларығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!Ата-әсәләр, балаларығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!
Ата-әсәләр, балаларығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!

Бәхеткә күрә, барыһы ла имен-аман тамамлана: ата-әсә балаһын күрше подъезда таба. Ата-әсәләр, балаларығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ һәм уларҙы хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ!

Барыбыҙҙың да балаҡайҙары һау-сәләмәт булһын!

Фото: Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

 

Ата-әсәләр, балаларығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!
Ата-әсәләр, балаларығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!
Ата-әсәләр, балаларығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас