Бөтә яңылыҡтар

БДУ-ның элекке ректоры Мөхәммәт Харрасов вафат булған

Билдәле ғалим-физик, дәүләт эшмәкәре, Башҡорт дәүләт университетының элекке ректоры Мөхәммәт Харрасовҡа быйыл 76 йәш тулған булыр ине.

БДУ-ның элекке ректоры Мөхәммәт Харрасов вафат булған
БДУ-ның элекке ректоры Мөхәммәт Харрасов вафат булған

ХАРРАСОВ Мөхәмәт Хәҙис улы (18.9.1948, БАССР‑ҙың Белорет районы Урта Сермән а., хәҙер БР‑ҙың шул уҡ районы Сермән а.), физик‑теоретик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2002), Чечен Республикаһы ФА‑ның почётлы академигы (2008), физика‑математика фәндәре докторы (1995), профессор (1996). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй (өҙөклөктәр менән): 1994—99 йй. физика факультеты деканы, 2000—10 йй. ректор, бер үк ваҡытта 1999—2010 йй. статистик радиофизика һәм элемтә кафедраһы мөдире. 1999—2000 йй. БР Фән, юғары һәм урта профессиональ белем биреү буйынса Дәүләт комитеты рәйесе, 2010—13 йй. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары. 1980—84 йй. Оран университетында (Алжир) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге статистик механиканың математик проблемаларына һәм асыҡ системалар теорияһына арналған. Х. тарафынан динамик системаларҙың моделдәрендә Боголюбовтың асимптотик ысулдары үҫтерелә, симметрияһы боҙолған системалар теорияһында корреляцион функциялар һәм Грин функциялары өсөн аныҡ нисбәттәр билдәләнә, М.Б.Сәғҙәткирәева менән берлектә наноүлсәмле магнит кристалдарының физик характеристикалары үҙенсәлектәре асыҡлана. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 3—4‑се саҡырылыш депутаты.

 Х е ҙ м.: Высокотемпературная сверхпроводимость магнитокерамических систем. Уфа, 1997 (авторҙ.); Динамические обменные явления в сегнетомагнитных кристаллах. Уфа, 2016 (авторҙ.).

М.Б.Сәғҙәткирәева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: