Торттың йәймәләре өсөн 3 йомортҡа,180 грамм шәкәр , 130 грамм он, 2 ҡалаҡ какао, бер семтем аш содаһы, 0,5 ҡайнаған һыу кәрәк.
Суфле өсөн: 33 процентлы 250 грамм һөт өҫтө (сливки), 3 йомортҡа, 170 грамм шәкәр әҙерләгеҙ.
Барлыҡ ингредиентты ҡушып, миксер менән туҡырға, һуңынан һыу өҫтәп, йәнә яҡшылап бутарға.
Массаны формаға һалып, 170 градусҡа тиклем йылынған мейескә ҡуйып, 35 минут бешерергә.
Ул һыуынған арала суфле яһарға. Йомортҡаның ағын һарыһынан айырырға, шәкәр ҡушып, миксер менән оҙаҡ ҡына туҡырға. Һөт өҫтөн дә айырым һауытта миксер ярҙамында болғатырға. Һуңынан ике массаны бергә ҡушып, ҡалын итеп йәймә өҫтөнә һыларға.
Шунан 1-2 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Фантазияғыҙға ҡарап, тәмлекәсте матур итеп биҙәп ҡуйһағыҙ ҙа була.