Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Март 2024, 10:00

Ике ғүмер өҙөлгән...

Кисә киске сәғәт һигеҙҙә Салауатта күп фатирлы йортта (ятаҡта) янғын сыға - өсөнсө ҡаттағы фатирҙа йорт мөлкәте янып китә. 

Ике ғүмер өҙөлгән...Ике ғүмер өҙөлгән...
Ике ғүмер өҙөлгән...

Янғын һүндереүселәр ике ҡатынды ут эсенән сығара, 12 кешене эвакуациялай. Утты һүндереү барышында бер ҡатындың кәүҙәһе табыла, медиктар уның үле булыуын раҫлай. Һуңынан ҡотҡарылған ике ҡатындың береһе "Тиҙ ярҙам"да йән бирә. Янғын һүндерелә, уның сәбәбе асыҡлана (күршеләре хәбәр итеүенсә, ҡатын-ҡыҙҙар эскән һәм тәмәке тартҡан, был янғындың сәбәбе булыуы ихтимал). Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығынан төркөм, шул иҫәптән тәфтишселәр һәм һынау янғын лабораторияһы эксперты юлланған.

Фото: МЧС РБ.

Ике ғүмер өҙөлгән...
Ике ғүмер өҙөлгән...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас