Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Март 2024, 04:26

Бына, исмаһам, ярҙам!

Стәрлетамаҡ районының төпкөл ауылдарында йәшәүсе ололарға ҡалалағы клиник дауаханаға барыу өсөн автобус бирәләр. Уларҙы социаль хеҙмәткәр йәки фельдшер оҙатып йөрөй. 

Бына, исмаһам, ярҙам!Бына, исмаһам, ярҙам!
Бына, исмаһам, ярҙам!
«Демография» милли проектының «Өлкән быуын» программаһы буйынса ойошторола был изге эш. Дауахананың баш табибы Илшат Яппаров белдереүенсә, медосмотрҙар раҫланған график буйынса, һәр дүшәмбе һәм кесе йомала төшкә тиклем була. Ололарҙы автобуста ташыу уларҙың үҙҙәренә лә уңайлы, табиптарҙың да эшен тиҙәйтә.

Фото: Минздрав РБ.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас