БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфөлә Һаҡлыҡ банкының ислам офисын асыуҙа ҡатнашты. Ул Зәки Вәлиди урамының 32/2-се йортонда урынлашҡан.
– Бөгөн беҙ республикала ислам принциптары буйынса эшләүсе тәүге офисты асабыҙ. Был - беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле ваҡиға. Өҫтәүенә, тиҙҙән бөтә мосолмандар өсөн изге булған ураҙа тота торған ай етә, шуныһы символик мәғәнәгә эйә, - Андрей Назаров.
Башҡортостан - тәжрибә рәүешендә эшләүсе дүрт пилот төбәк исемлегендә.
Һаҡлыҡ банкының хәләл финанс продукттары ислам стандарттарына тура килә. Улар Шәриғәт консультация советы тарафынан махсус сертификат алған.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.