Йыл әйләнәһенә биләмәгә ингән һәр кешенән билдәле бер суммала хаҡ алына. Ул аҡса ял зоналарын, тәбиғәт парктарын төҙөкләндереүгә тотонола.
Түбәндә айырым һаҡланған тәбиғәт парктарына хаҡтар:
- "Еҙем" - 200 һум
- "Ирәмәл" - 200 һум
- "Мораҙым тарлауығы" - 200 һум
- "Асылыкүл" - 250 һум
- "Ҡандракүл" - 250 һум
Билеттарҙы онлайн да, барғас, кассала ла алырға була.
Ҡайһы бер категория граждандарына инеү - бушлай. Уны алдан белешергә кәрәк.
Фото: Автор фотоһы (Мораҙым тарлауығы)