Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Марта 2024, 17:30

Нимә ул жировик?

Һорау-яуап?!

Нимә ул жировик?Нимә ул жировик?
Нимә ул жировик?

 

"Миңә 69 йәш. Күптән түгел уң яҡ яурынымда ҙур ғына жировик барлыҡҡа килде. Тотоп ҡарағанда ул йомшаҡ ҡына, ауыртмай ҙа. Ҡайһы саҡта иртән торһам ғына бер аҙ ауыртып ала.    Нимә эшләргә лә белмәйем".

 

Липома – майлы туҡыманан торған зарарһыҙ шеш.   Ул ауыртмай, яй үҫә. Берәү айырым ғына ла, күмәк тә булыуы мөмкин. Дауалау тик хирургик юл менән генә, уныһы ла ихтыяж булған осраҡта ғына.  Шеш ҙурайған һайын хәүефлерәк, яман шешкә әүерелеү ихтималлығы көсәйә. Шуға күрә күҙәтеп торорға кәрәк. Һиҙелерлек булып үҫһә, иң яҡшыһы алдырырға.  Ниндәй генә осраҡта ла шеште  йылытырға, ҡояшта ҡыҙҙырырға, тырнарға, ышҡырға, төҫлө һабын менән йыуырға кәңәш ителмәй.  Тәмәке тартыу, алкоголь ҡулланыу ҙа шештең ҙурайыуына булышлыҡ итеүе мөмкин. Физкультура менән шөғөлләнеү,  дөрөҫ туҡланыу, тыныс тормош шештәр барлыҡҡа килеүен һәм үҫеүен тотҡарлай.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас