Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Март 2024, 11:10

Ишекте ас, атлы принцың килде!

Бер ир күп ҡатлы йортҡа ат алып ингән. Әллә донъя аҡылдан яҙа, әллә кеше...

Ишекте ас, атлы принцың килде!Ишекте ас, атлы принцың килде!
Ишекте ас, атлы принцың килде!
Кузбасста булған хәл. Кемерово өлкәһенең Осинники ҡалаһындағы бер йорт халҡы геү килә. Баҡһаң, шунда фатирҙы ҡуртымға алып торған ир бер көндө үҙе менән ат алып ҡайта. Подъезға, хатта фатир алдына уҡ индерә был. Видеонан күренеүенсә, хатта күк атҡа менмәксе була, тик килеп сыҡмай. Әллә фатирҙа берәйһе "аҡ (күк) атлы принц"ты көттөмө икән?
Хәҙер идарасы компания фатирҙың хужаһын эҙләй. 
Атты йәлләйем әле, бахыр хайуан...
Фото: видеонан скриншот
 
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас