Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Март 2024, 13:00

Кемдәр генә алданмай...

Аферистар әүҙемләшкән, уяулыҡты онотмағыҙ!

Кемдәр генә алданмай...Кемдәр генә алданмай...
Кемдәр генә алданмай...

Өфөнән 33 йәшлек ҡатын вакансиялар эҙләү сайттарының береһендә үҙенең резюмеһын ҡалдырған. Бер аҙҙан уға "сауҙа компанияһының менеджеры" шылтыратып, интернетта ситтән тороп эшләүҙе тәҡдим итә. Мессенджер аша инструкция ла ебәрә. Ҡатынға тауар өсөн билдәле иҫәпкә аҡса һалырға кәрәк була, һуңынан ул аҡсалар, йәнәһе лә, кире артып ҡайтасаҡ. Яуыздарға ышанып, ҡатын 1 миллион һумдан ашыу суммаға кредит ала һәм уларҙы мутлашыусыларға ебәрә.

Салауаттан 59 йәшлек иргә "элемтә операторы" һәм "банк хеҙмәткәре" шылтырата. Муттар сим-картаның ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу һылтауы менән ғариза биреүсене кредит алырға һәм аҡсаны улар әйткән иҫәпкә күсерергә күндерә. Ир күрһәтмәләрҙе үтәй: кредитҡа алған 3 миллион һум самаһы сумманы мутлашыусыларға күсерә.

Ошо арала байрам уңайынан мутлашыусылар ныҡ әүҙемләшкән, улар төрлөсә итеп аҡса эшләп ҡалырға тырыша. Зинһар, алдана күрмәгеҙ!

Фото: БР ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Кемдәр генә алданмай...
Кемдәр генә алданмай...
Кемдәр генә алданмай...
Кемдәр генә алданмай...
Кемдәр генә алданмай...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас