Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Март 2024, 12:51

Һаҡ булығыҙ, яҙғы боҙ ышанысһыҙ!

Яҙғы боҙҙоң мәкерле булыуын барыһы ла белә, әммә барыбер кешеләр үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, йылға-күлдәргә ашҡына.

Һаҡ булығыҙ, яҙғы боҙ ышанысһыҙ!Һаҡ булығыҙ, яҙғы боҙ ышанысһыҙ!
Һаҡ булығыҙ, яҙғы боҙ ышанысһыҙ!

Мәҫәлән, бөгөн иртән Ҡариҙел йылғаһында фажиғә була яҙған: Өфөнөң Цимлянская урамы тирәһендә ярҙан 150 метр алыҫлыҡта боҙ аҫтына 1975 йылғы ир төшөп киткән. Бәхеткә күрә, баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары зыян күреүсегә тиҙ арала барып етә, уны һыуҙан сығарып, медицина хеҙмәткәрҙәренә тапшыра.

Һаҡ булығыҙ, зинһар! Балаларҙы ла тыйып ҡына тороғоҙ: һыу ятҡылыҡтарына яҡынламаһындар!

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001799078240

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас