Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Март 2024, 11:30

4 мең безпилотник етештереләсәк

 Быйыл Башҡортостанда 4 мең пилотһыҙ осоу аппараты етештереү планлаштырыла. 

4 мең безпилотник етештереләсәк4 мең безпилотник етештереләсәк
4 мең безпилотник етештереләсәк

    Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында республика Башлығы хакимиәте  етәксеһе Максим Забелин хәбәр итә. Уның әйтеүенсә,  әлеге ваҡытта Өфө предприятиеһында  алты төр дронды етештереүҙе яйға һалғандар.   Улар урман янғындарын асыҡлай, боҙ тығындарын билдәләй  ала.  

«Рәсәйҙең пилотһыҙ осоу аппараттары йылдан-йыл ҡеүәтлерәк, нығыраҡ һәм етеҙерәк була бара.  Шундайҙарҙың береһе беҙҙең республикала етештерелә. Бының менән ғорурланырға була!» – тип яҙа Максим Забелин. 

Фото:Башинформ.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас