Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Март 2024, 10:48

"Ҙур табыш" вәғәҙә иткәндәр...

Нефтекаманан бер ҡатын ике ай дауамында "отошло проектҡа" аҡса һала.

"Ҙур табыш" вәғәҙә иткәндәр..."Ҙур табыш" вәғәҙә иткәндәр...
"Ҙур табыш" вәғәҙә иткәндәр...

Нефтекаманан 62 йәшлек ҡатын, мәктәпкәсә учреждение хеҙмәткәре, интернетта инвестиция тураһында иғлан күреп ҡала. Уны өҫтәмә аҡса эшләү мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра, шуға күрә ул үҙенең телефон номерын сайтта ҡалдыра. Бер аҙҙан ҡатынға популяр мессенджерҙарҙың береһенән ир шылтырата. Ул үҙен инвестиция компанияһы хеҙмәткәре тип таныштыра һәм инвестицияларҙың бөтә мөмкинлектәре һәм өҫтөнлөктәре тураһында һөйләй. Ғариза биреүсе шарттарға ризалаша һәм ялған брокерҙың күрһәтмәләре буйынса эш итә башлай. Иң тәүҙә улар махсус платформала ҡатындың шәхси кабинетын булдыра. Бының өсөн ҡатын үҙенең паспорт мәғлүмәттәрен һәм телефонына дистанцион инеү мөмкинлеген бирә. Бөтә финанс операцияларын "белгес" башҡара. Ҡатынға аҡса ебәреү генә кәрәк була. Ай дауамында аферист ҡатынға шылтыратып, дивидендтарҙың артыуы тураһында һөйләй. Был ваҡыт эсендә ул 200 мең һумға яҡын аҡса һалырға өлгөрә. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ғариза биреүсе үҙенең тупланмаларын сығарырға теләй. Әммә, ир хәбәр итеүенсә, быны поручитель булған осраҡта ғына эшләргә мөмкин була.

Ҡатын үҙенең 19 йәшлек ир туғанына мөрәжәғәт итә һәм уға поручитель булырға тәҡдим итә. Егет ярҙам итергә теләп, ризалаша, аферисҡа үҙенең телефонына дистанцион инеү мөмкинлеген бирә. Шылтыратыусы инвестиция иҫәбендәге аҡсаны сығарыу өсөн кредитҡа ғариза ебәрергә кәрәклеген аңлата. Ул алынған кредиттарҙың ысын булмауын һәм аҡса килгәс, уларҙың юҡҡа сығыуын аңлата. Егеттең ризалығын алғас, енәйәтсе 500 мең һумдан ашыу суммаға займ яһай һәм уны үҙенең иҫәбенә күсерә.

Артабан ир, егет үтә йәш, өлкәнерәк икенсе поручитель кәрәк, тип әйтә. Ҡатын үҙенең 51 йәшлек һеңлеһенә мөрәжәғәт итә. Ул да апаһына ярҙам итергә ризалаша. Ошо уҡ схема буйынса эш итеп, мутлашыусы уның исеменән 1,5 миллион һумдан ашыу суммаға кредит ала. Бынан һуң псевдоброкер бәйләнешкә сыҡмай башлай. Ҡатын үҙенең аҡсаһын сығара алмай. Килем урынына ҡатындың ике яҡыны банк алдында ҙур бурыс менән ҡала. Әлеге ваҡытта был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип яҙа  Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән Диана Ғөбәйҙуллина: 

- Хөрмәтле граждандар! Ашығыс ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ. Әгәр һеҙгә телефон аша кредит аҡсаһына инвестиция һалырға тәҡдим итәләр һәм табыш гарантиялайҙар икән - был  мутлашыусылар. Телефонығыҙҙы һүндереп, шикле тәҡдимдәргә яуап бирмәгеҙ. Мәғлүмәткә эйә булыу һәм уяулыҡ - мутлашыуҙан иң яҡшы һаҡланыу сараһы.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас