Башҡортостанда етештерелгән балалар өсөн һөт аҙыҡ-түлеген Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский һәм башҡа район-ҡалаларҙың 125 магазинында һатып алырға мөмкин.
«Хәҙер «Һөт кухняһы» йогурты, эремсеге, һөтө федераль һәм республика сауҙа селтәрҙәрендә — «Пятерочка», «Ашан», «Лента», «Окей», «Байрам», «Ярмарка, «Полушка», «Дворик», «Лукошко» һәм башҡа магазиндарҙа ла һатыла. Уларҙы таратыу пункттарында ла алырға була. Ә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге һәм өс йәшкә тиклемге балаларға, имеҙгән әсәләргә һәм ауырлы ҡатындарға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына «Һөт кухняһы» продукцияһын бушлай таратабыҙ. Был бик мөһим ярҙам сараһы, шул рәүешле балаларыбыҙҙың, ғаиләләребеҙҙең һаулығын нығытабыҙ», — тип яҙған Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.
Фото: vk.com