Кәрәкле аҙыҡ-түлек:
Кефир (2,5 – 3,2 процентлы) – 500 г
Көнбағыш майы – бер стакан (200 г)
Ҡоро сүпрә – бер балғалаҡ йә бер пакет
Тоҙ – бер балғалаҡ
Шәкәр – 2 ҡалаҡ
Он – 6 стакан
Йомшаҡ ҡына ҡамыр килеп сыға.
Кефир менән көнбағыш майын ҡушып, газда әҙерәк йылытып алырға, тоҙ һәм шәкәр ҡушырға. Онға ҡоро сүпрәне һалып, бутарға ла, кефирлы шыйыҡсаға өҫтәп, ҡамыр баҫырға.
Ҡамырҙы целлофан менән ҡаплап, ярты сәғәткә йылы урынға ҡуйырға.
Был ҡамыр бәлеш, пирожки, пицца, ҡалас бешереүгә һәйбәт. Татлыраҡ булһын өсөн шәкәрҙе күберәк ҡушһағыҙ ҙа ярай.