Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Март 2024, 13:30

Өфө табиптары үҫмерҙең үпкәһенән һирәк осраған шеште алған

17-се Өфө ҡалаһы балалар дауаханаһы  табиптары 17 йәшлек үҫмерҙең үпкәһендәге үҙенсәлекле шешкә операция эшләгән.

Өфө табиптары үҫмерҙең үпкәһенән һирәк осраған шеште алғанӨфө табиптары үҫмерҙең үпкәһенән һирәк осраған шеште алған
Өфө табиптары үҫмерҙең үпкәһенән һирәк осраған шеште алған

   Үҫмер хирургия бүлегенә   оҙаҡ ваҡыт  күкрәк ситлегендәге ауыртыу   һәм йүтәл яфалауына зарланып,    хирургия бүлегенә эләгә.  Тикшереү үткәргәндән һуң  табиптар уң яҡ үпкәһендә шеш тапҡандар.   

Яңы барлыҡҡа килгән шеш күкрәк ситлегенә киҫем яһамай ғына, торакоскопик ысул менән алына.   

Гистология тикшереүе күрһәтеүенсә, үҫмерҙә эмброниаль күҙәнәктәрҙән барлыҡҡа килгән гамартома булған.  Ул бәйләүсе туҡыманан, мускулдан, майҙан һәм һөйәктән тора.  Бик һирәк осрай торған был шеш төрө оҙаҡ ваҡыт  үҙе хаҡында белдермәүе ихтимал.

Фото:Башинформ. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас