Күрше илдә, Ҡаҙағстанда ер тетрәгән, тип хәбәр итәләр. Баҡһаң, унда Ҡытайҙағы 5,3 магнитуда тәшкил иткән ер тетрәүҙең шаңдауы килеп еткән, һелкенгән генә икән.
Алматы ҡалаһында - ике, ә өлкәһендә биш балл ҡеүәтендә ер һелкенеүен теркәгәндәр. Уның эпиүҙәге ҡаланан 255 км алыҫлыҡта булған. Етеһыу өлкәһендә лә ике балл ҡеүәтендә һелкенгән.
Халыҡ ҡурҡышып, урамға сыҡҡан. Емереклектәр юҡ, буғай. Шулай ҙа тирә-яҡты тикшерәләр.