Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Марта 2024, 11:50

Бөйөк рәссамдың етеһен уҡытҡан көндә күргәҙмәһе асылды

2 мартта баш ҡаланың Н.Латфуллин исемендәге Хәҙерге заман сәнғәте музейында билдәле рәссам Васил Ханнановтың күргәҙмәһе асылды.

Бөйөк рәссамдың етеһен уҡытҡан көндә күргәҙмәһе асылдыБөйөк рәссамдың етеһен уҡытҡан көндә күргәҙмәһе асылды
Бөйөк рәссамдың етеһен уҡытҡан көндә күргәҙмәһе асылды

Билдәле булыуынса, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы, Башҡортостандың халыҡ рәссамы, рәссам, график, ассамбляж һәм инсталляция рәссамы Васил Ханнанов 24 февралдә 68-се йәшендә оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат булды. Күргәҙмәһе мәрхүмдең етеһен уҡытҡан ваҡытҡа тура килде.
Музейҙа рәссамдың тормошо һуңындағы картиналар урын алған. Улар төрлө жанрҙа төшөрөлгән. 

Әйтергә кәрәк, В.Ханнанов Н.Латфуллин исемендәге Хәҙерге заман сәнғәте музейын ойоштороусы һәм етәксеһе булған. Ул шулай уҡ "Сыңғыҙхан" төркөмөнда лә торған. Рәссамдың ижад емештәре Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә билдәле, музейҙарҙа һәм шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Эштәрендәге төп тема - тыуған яҡҡа, мәҙәниәтенә һәм ауыҙ-тел ижадына һөйөү.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас