***
Беҙ һатманыҡ атай-әсәй йортон,Ыҙғышманыҡ донъя бүлешеп. Унда беҙҙең туғаныбыҙ йәшәй, Йыйылабыҙ хәлдәр белешеп. Тыуған йортта бергә йыйылғанда Юҡтыр кеүек беҙҙән бәхетле. Ғүмеребеҙ буйы онотмабыҙ Атай-әсәй ҡорған тәхетте! Бар туғандар бергә йыйылғанда Ғәзиз йорттоң йылы түренә, Киләсәккә барыр юлдарыбыҙ Асығыраҡ, яҡты күренә. Бер ҡасан да тәхет һатылмаған, Ул һатылһа, ил дә һатыла. Һаҡлайыҡсы тыуып-үҫкән йортто Атай-әсәйҙәрҙең хаҡына.
Зөфәр Вәлит