Карантин эпизоотик усаҡта - Ҡулсалы урамы, 31 буйынса урынлашҡан С.Афзалованың шәхси хужалығында һәм бар ауылда 27 февралдән алып индерелгән.
Тыйыу сараларын рәсми рәүештә сискәнсе карантинлы урынға эт-бесәйҙәрҙе индереү, ҡыр хайуандарын тотоу һәм уларҙы ситкә сығарыу ярамай. Тейешле хеҙмәттәргә белгестәр менән ҡурҡыныс эпизоотик сирҙең барлыҡҡа килеүен асыҡларға һәм уны юҡ итергә саралар күрергә ҡушылған.