Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Март 2024, 12:00

Йорт хайуандарына “Һаулыҡ поезы” килә

Ветеринарҙар эт-бесәйҙәрҙе стерилләй, төрлө сиргә ҡаршы вакцина яһай.

Йорт хайуандарына “Һаулыҡ поезы” киләЙорт хайуандарына “Һаулыҡ поезы” килә
Йорт хайуандарына “Һаулыҡ поезы” килә

Быйыл ветбригадалар майҙа юлға сыға. БР Ветеринария буйынса дәүләт комитетының хайуандар менән эшләүҙе күҙәтеү бүлеге начальнигы Илшат Фәттахов әйтеүенсә, үткән йылдарҙағы акция үҙенең кәрәклеген күрһәткән. Белгестәрҙең маршруты ведомствоның рәсми сайтында. Әгәр һеҙ йәшәгән төбәккә “Һаулыҡ поезы” бармаһа, алдан ғариза ҡалдырырға була.

Был акцияның төп эше эт, бесәйҙәрҙе стерилләү, бестереүгә, вакциналар яһауға йүнәлтелгән.

Фото: “Башинформ”

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас