Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Февраля 2024, 07:30

Үәт, ҡатын-ҡыҙҙар йүгерә-ә!

Иң яҡшы байрамда иң матур гүзәл зат стартҡа баҫа. Финишта - миҙал һәм сәскәләр!

Үәт, ҡатын-ҡыҙҙар йүгерә-ә!Үәт, ҡатын-ҡыҙҙар йүгерә-ә!
Үәт, ҡатын-ҡыҙҙар йүгерә-ә!

8 мартта Өфөнөң “Ҡашҡаҙан” паркында ҡатын-ҡыҙҙар уҙышы ойошторола. 14 йәштән өлкәндәр 3,6 км йүгерергә тейеш. Уҙыш “Lady Run” тип атала.

Сәғәт иртәнге 9-ҙа башлана. Тәүҙә теркәлеү, разминка, сәғәт 10-да старт. Тәмле сәй менән дә һыйлаясаҡтар, әлбиттә.

Байрам көндө ҡыҙыҡлы сарала ҡатнашып, онотолмаҫ хәтирәләр алып ҡайтығыҙ.

Фото: vk.com (Өфө ҡалаһы хакимиәте, архив)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас