Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Февраль 2024, 06:25

Сиреналар яңғыраясаҡ

Башҡортостанда, шул иҫәптән Өфөлә, 6 мартта иртәнге сәғәт 10-дан 11-гә тиклем халыҡҡа махсус хәбәр итеү системаһын тикшерәләр.

Сиреналар яңғыраясаҡСиреналар яңғыраясаҡ
Сиреналар яңғыраясаҡ

Ҡалала электр сиреналары ҡабыҙыла, тауыш көсәйткестәр аша, телевидение һәм радио каналдары эфирында тикшереү үткәреү тураһында хәбәрҙәр яңғыраясаҡ.

«Тыныс булығыҙ! Паникаға бирелмәгеҙ, барыһы ла планға ярашлы!», —  тип мөрәжәғәт итә халыҡҡа ҡала мэрияһы.

 

 

Фото: korvesti.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас