Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраль 2024, 06:30

Төп саралар өс майҙанда үтәсәк

Һүҙ Өфөнөң юбилейын билдәләү тураһында. Ул байрамды көтәһегеҙме?

Төп саралар өс майҙанда үтәсәкТөп саралар өс майҙанда үтәсәк
Төп саралар өс майҙанда үтәсәк

Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә (беҙ ҙә алдан яҙҙыҡ), Өфөнөң 450 йыллығына арналған байрам 31 августа була. Үҙгәрмәһә, әлегә шул көн билдәләнгән.

Ә төп саралар өс майҙанда үтәсәк: Ҡала советы ҡаршыһында, "Ватан" этнопаркында, "Өфө-Арена"ла.

Ғәҙәттә, беҙ Өфө көнөн 12 июндә билдәләйбеҙ. был юлы юбилей объекттарын тапшырыу ваҡытына бәйле, август аҙағына күсерелгән.

Фото: телеграм-канал "Уфе - 450"

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас