Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраль 2024, 09:00

Республикала һәр дүртенсе кеше шәкәр диабеты менән ауырый

Башҡоростанда һәр дүртенсе кеше шәкәр диабеты менән ауырый йәки хәүеф төркөмөнә ҡарай. Был хаҡта БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе. 

Республикала һәр дүртенсе кеше шәкәр диабеты менән ауырыйРеспубликала һәр дүртенсе кеше шәкәр диабеты менән ауырый
Республикала һәр дүртенсе кеше шәкәр диабеты менән ауырый

«Шәкәр диабеты менән көрәш» федераль проекты ярҙамында I типтағы шәкәр диабеты менән ауырыусы балалар глюкозаны өҙлөкһөҙ мониторинглау системаһы менән тәьмин ителә.  2022 йылдан алып беҙ республикала  бындай диагнозлы балаларҙы медицина  изделиелары менән тәьмин итеү буйынса  өҫтәмә саралар индерҙек.  Һәм 2023 йылда  финанслауҙы республика бюджеты иҫәбенә 100 млн һум күләмендә һаҡлап алып ҡалдыҡ, – тип билдәләй  Андрей Назаров.

 Башҡортостанда шәкәр диабеты менән иҫәптә 1636 бала тора.   Йыл һайын ауырыуҙар һаны 10 процентҡа арта бара. 

"Быйыл республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан глюкозаны өҙлөкһөҙ мониторинглау системаһын һәм уға кәрәкле материалдарҙы үҙәкләштереп һатып алыуҙы ойоштооу ҡарар ителде.  Был маҡсатҡа  147 млн һумдан ашыу аҡса тотоноласаҡ», — тип билдәләне спикер.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас