Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль , 13:00

Ришат Дихин тураһында китап донъя күрҙе

Башҡортостанда коронавирус эҙемтәләренән ваҡытһыҙ һәләк булған Асҡын районының элекке башлығы Ришат Дихиндың хәтерен мәңгеләштереү буйынса саралар дауам итә. 

Ришат Дихин тураһында китап донъя күрҙе
Ришат Дихин тураһында китап донъя күрҙе

 Мәрхүмдең дуҫы шағир Алмас Шаммасов әйтеүенсә, «Беҙгә яҡтылыҡ бүләк итеүсе кеше» тигән китапҡа Ришат Дихин тураһында    туғандарының, дуҫтарының, яҡташтарының һәм хеҙмәттәштәренең иҫтәлектәре ингән.    

 Китап ҙур булмаған тираж менән яҡындары йыйған аҡсаға нәшер ителгән.

 «Өфөлә китаптың исем туйын үткәреү планы бар.  Был хаҡта хәбәр итербеҙ. Мотлаҡ Асҡын районында ла үткәрербеҙ.  Әлегә уның йөкмәткеһе менән таныша тора алаһығыҙ.  Уны әҙерләүҙә һәм баҫтырыуҙа ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәтлебеҙ. Китап, Ришаттың үҙе кеүек үк, яҡты һәм изге килеп сыҡты», – ти Алмас Рауил улы. 

Бөгөн, 27 февралдә, Асҡын районында Дихин уҡыуҙары үтә.  Яҡташтары, яҡындары һәм хөрмәтле ҡуанҡтар Ришат Дихинды изге һүҙ менән йәнә иҫкә аласаҡ, ижади конкурста һәм конференцияла ҡатнашыусы һәләтле балаларҙы билдәләйәсәк.   Шулай уҡ унда Ришаттың шиғырҙары ла яңғыраясаҡ.   

Фото:Башинформ.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: