Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль 2024, 16:30

О-о, сәстәрең ебәк кеүек!..

Матур, йылҡылдап торған йомшаҡ сәстәрҙе, ебәк кеүек, тиҙәр. Тик оҙаҡҡа һуҙылған ҡыш миҙгелендә сәсте бигүк һаҡлап булмай шул. Бер ысул бар.

О-о, сәстәрең ебәк кеүек!..О-о, сәстәрең ебәк кеүек!..
О-о, сәстәрең ебәк кеүек!..

Яран гөлөнөң япраҡтарынан төнәтмә эшләп алығыҙ. Бының өсөн быяла һауытҡа өс-дүрт ҡалаҡ ваҡланған япраҡ һалығыҙ, өҫтөнә ике стакан яңы ғына ҡайнап сыҡҡан һыу ҡойоғоҙ. Ныҡ ҡына итеп ябып, һыуынғансы ултыртып тороғоҙ. Шунан ошо төнәтмәне сәсегеҙгә һөртөгөҙ. Ҡоро сәскә лә, йыуғандан һуң еүешерәк сәскә лә һөртөргә мөмкин. Артынан сайҡау кәрәкмәй.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас