Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль 2024, 16:00

***

Ҡыҙ баланы, зинһар, рәнйетмәгеҙ, Осор ҡанаттарын киҫмәгеҙ, Бөрөләнгән бәхет гөлдәренә Һалҡын елдәр булып иҫмәгеҙ. Былай ҙа бит яҙмыш, аяу белмәй, Көтөп тора тормош юлында, Уңыш, бәхет, шатлыҡ, мөхәббәтме, Мәкерлекме уның ҡулында? Ҡыҙ баланы, зинһар, рәнйетмәгеҙ, Юҡ-бар сәбәп менән ҡаҡмағыҙ… …Үҫеп буй еткергән ҡыҙҙарымды Яҙмыш берүк үҙе һаҡлаһын. Фирүзә Абдуллина

******
***

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас