"Һалдат уйҙары"
Китте поезд... Артта ҡалды вокзал, Буталдылар шундуҡ уйҙарым. Күҙҙәремә ҡайнар йәштәр тулып, Моңһоу үтә минең юлдарым ... Поезд саба ... Һаман алға табан, Тәҙрәнән ҡарайым үрелеп . Тыуған яҡтың еле лә һалмаҡ ҡына, Ҡайындары ҡала тирбәлеп... Күңел уйлай ... Тыйып ҡына булмай, Уйҙарымдың юҡ шул сиктәре . Һағынғандар ғына беләлер шул, Нисек йөрәк әрнеп типкәнде ... Айҙар һымаҡ уҙа һәр бер көнөм , Ваҡыт үтмәй кәрәк саҡтарҙа . Иң ҙур бәхет, әгәр ҡайта алһам , Һау-сәләмәт тыуған яҡтарға ... Туғандарым, яҡындарым көтә, Көтөүҙәрен белеү ҙур шатлыҡ. Йә Аллаһым, берүк күрһәтмә һин Әсе һуғыш, үлем һәм аслыҡ ... Йөрәктәрҙе яулай ҡурҡыу хисе, Йәштәр үлеүе өҙә бәғерҙе . Белһәк ине ошо ер йөҙөндә Сабырлыҡты һәм дә ҡәҙерҙе ... Бер Раббыбыҙ һаҡлай күрһә ине Был доньяла инде һәр кемде... Автор: Зөфәр Бохаров