Свердловск өлкәһенән "Скала" позывнойлы яугир контракт буйынса "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. Ул беҙҙең республика егеттәре менән булыуына бик ҡәнәғәт. "Письма с фронта Башкирский полк" телеграм-каналына белдереүенсә, Башҡортостан хәрбиҙәре - ысын яугирҙар.
"Авдеевка беҙҙеке. Алға барабыҙ. Еңәсәкбеҙ. Башҡортостан егеттәре - бик ышаныслылар, улар менән разведкаға барырға була, бер ҡасан да ташламаясаҡтар", тигән "Скала".
Үҙең дә иҫән-һау йөрө, күрше! Һәр бер яугирҙы өйҙә көтәләр. Иҫән-имен әйләнеп ҡайтығыҙ!