Кем булһын, көнбайыштыҡылар инде. Дмитрий Медведев коллектив Көнбайыштың Рәсәйгә ҡарата 13-сө санкцияһына ҡаты итеп фекерен белдергән һәм телеграм-каналында былай тип яҙған: “Уларҙан мөмкин булған ерҙә үс алырға кәрәк. Иҡтисадтарында ауырлыҡ тыуҙырырға, көнбайыш властарының наҙандарса сәйәсәтенә ижтимағи ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырырға, Көнбайыш донъяһының мәнфәғәттәрен ҡыҫырыҡлаған халыҡ-ара ҡарарҙар сығарып, уларҙы таратырға. Был эште даими, системалы һәм максималь рәүештә асыҡ итеп башҡарырға”.
Белеүегеҙсә, Көнбайыш 24 февралгә (МХО башланыуына ике йыл тулыуға) сираттағы санкцияларын индерҙе.