Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль 2024, 07:40

Кем балдағын юғалтты?

Аҙыҡ-түлек магазинына картуф һатып алырға ингән ир алтын балдаҡ тапҡан.

Кем балдағын юғалтты?Кем балдағын юғалтты?
Кем балдағын юғалтты?

Стәрлетамаҡта булған хәл. Артем урамының 140-сы йортонда урынлашҡан магазинда картуф һайлап торғанда һатып алыусы ир йәшниктә ҙур ғына алтын балдаҡ ятҡанын күргән. Кеҫәһенә тыҡмаған, әлбиттә, ә кассирға ҡалдырған. Һәм социаль селтәрҙәргә табышы тураһында яҙған.

Балдаҡ буйынса байтаҡ кеше мөрәжәғәт иткән уға, тик улар әйткән билдәләр табыш-йөҙөккә тура килмәй ҙә ҡуя, ти.

Ә һеҙ "обручалкағыҙҙы" юғалманығыҙмы? 

Фото: vk.com

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас