Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль 2024, 11:00

Кальций ҙа, магний ҙа кәрәк

Кальцийҙың файҙаһы тураһында барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Әммә   организмда магний етешмәһә, кальций сәләмәтлек өсөн зыянлы булыуы ихтимал. 

Кальций ҙа, магний ҙа кәрәкКальций ҙа, магний ҙа кәрәк
Кальций ҙа, магний ҙа кәрәк

 Ысынлап та,  магнийһыҙ кальций организм тарафынан үҙләштерелә алмай.   Әгәр ҙә кальций организмда үҙе генә булһа, тәндә кальций тоҙҙары ултырмаһы барлыҡҡа киләсәк.  Бының һөҙөмтәһендә 2-се типтағы шәкәр диабеты,  остеопороз,  остеохондроз кеүек ауырыуҙар,  үт ҡыуығында таштар барлыҡҡа килеүе ихтимал.  Кальций тоҙҙарының быуынға ултырыуы иһә артритҡа килтерә.  Әлбиттә, был ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүенә  башҡа  сәбәптәр ҙә йоғонто яһай. Шулай ҙа, һаҡланғанды хоҙай һаҡлар тигәндәй, организмды магний һәм кальций менән  тейешле нәүбәттә (1:2) тәьмин итеү яҡшы. Кешегә көнөнә  яҡынса 300 мг магний кәрәк.  Әммә үҙе генә ул организм тарафынан үҙләштерелмәй,  шуға күрә ул аҙыҡ-түлек аша инергә тейеш. Кәрәкле  магнийҙы сливала, абрикоста,  хәлүәлә, йомортҡала, икмәктә, киптерелгән емеш-еләктә табырға мөмкин.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас