Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль 2024, 15:30

Һолоноң файҙаһы нимәлә?

Фән  әленән-әле һолоноң  яңы файҙалы үҙенсәлектәрен аса.

Һолоноң файҙаһы нимәлә?Һолоноң файҙаһы нимәлә?
Һолоноң файҙаһы нимәлә?

  Билдәле булыуынса, ул  нервы системаһын нығытыу, йөрәк, үпкә эшмәкәрлеген көйләү,  ҡан әйләнешен һәм матдәләр алмашыныуын яҡшыртыу өсөн файҙалы.    Латин теленән туранан-тура тәржемә иткәндә, был үҫемлектең исеме avena – «сәләмәт булыу» тигәнде аңлата.  Ул тәндәге артыҡ һыуҙы ҡыуыу, яраны уңалтыу, үтте таҙартыу, ауырыуҙарға ҡаршы тороу кеүек файҙалы  үҙенсәлектәргә эйә. Бынан тыш, микроэлементтарға һәм витаминдарға бай  булыуы менән ул иң файҙалы  туҡланыу аҙыҡтиары исемлегенә   инә.  Шуға күрә  табип-диетологтар уны  туҡланыу рационына индерергә тәҡдим итә.  Һолонан эшләнгән  битлектәр иһә  тирене шымарта, йөҙҙө йәшәртә.

Фото:Т.Аманов. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас